Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә Силәбе инвесторҙары менән осрашыу үткәрҙе. Ул Дыуан районының Мәсәғүт ауылында үтте. Эшҡыуарҙар республика һәм федераль әһәмиәтле юлдар буйындағы комплекстарҙы яңыртырға әҙер. Силәбе өлкәһенең өс эшҡыуары М-5 “Урал” һәм Өфө-Ырымбур трассалары буйындағы объекттарҙың булғандарын рәтләргә һәм яңыларын төҙөргә әҙерлек белдерҙе. Инвестициялар күләме яҡынса 10 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Яҡын арала министрлыҡ проекттарҙы ҡарап, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтә башлай. Осрашыу барышында эшҡыуар, «Толпар» йәмғиәте етәксеһе Даян Иштимеров үҙенең Екатеринбург – Силәбе трассаһындағы юл буйы комплексы менән таныштырҙы. Ул милли үҙенсәлектәр менән биҙәлгән бизнес өлгөһөн күрһәтте: интерьер, кухня, ҡумыҙ менән дауааныу, ял итеүҙе ойоштороу, һыбай йөрөү һәм башҡалар. Сығанаҡ: bashkortostan.ru/presscenter/news