Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йылға паромдары эшләй башланы

Бөгөн Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһында биш йылға паромы эшләй башланы: «Чесноковка», «ДОК-пассажир», «Һупайлы», «Дудкино» һәм «Козарез». «ДОК-йөк» кисеүе май уртаһынан, һыу кимәле рәтләнгәс, эшләй башлай. – Әлеге көнгә файҙаланыуға әҙерләнгән йылға суднолары хәүефһеҙ ташыу нормаларына тап килә һәм техник әҙерлеккә эйә, - ти Өфөнөң йылға аша сығыу хеҙмәте директоры Константин Шахтарин. Ошо көндәрҙә үҙйөрөшлө флоттың алты берәмеге ремонт-урынлаштырыу пунктын ҡалдырып, кисеүҙәргә йүнәлгән. Бөгөн улар тәүге пассажирҙарҙы ҡабул иткән дә инде. Йылға транспорты – популяр төр, баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар миҙгел асылыуын көткән, сөнки был транспорт юл йөрөү ваҡытын күпкә ҡыҫҡартырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар һәм йөк ташыу өсөн хеҙмәттәргә хаҡ былтырғы кимәлдә һаҡлана: паром менән йөрөү бер кешегә 33 һум тора, льготаһы булғандарға – 28 һум. Халыҡ шулай уҡ велосипедтарын, ҙур эттәрен (аҡсалата түләгәндә, хаҡы – 30 һум, карта менән – 28 һум), ваҡ малын (55 һәм 50 һум), мопедтар һәм мотоблоктарын (65 һәм 70 һум) йылға аша ташый ала. Навигация миҙгелен быйыл октябрҙә ябыу ҡаралған, был һауа шарттарына бәйле үҙгәрергә лә мөмкин. Судноларҙың тарифтары һәм расписаниеһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән уфапереправа.рф. сайтында танышырға мөмкин. Өфө ҡала сайтынан.