Кисә, республикабыҙҙа билдәләнгән Милли кейем көнөндә, Сибай ҡалаһындағы 7-се маршрут автобусы пассажирҙары матур күренеште күреп һоҡланды: уларҙы салонда дәртле башҡорт көйҙәре, милли кейемдәге кондуктор менән водитель ҡаршы алды. Сибай автотранспорт предприятиеһы етәкселеге Милли кейем көнө айҡанлы ошо башланғысты иғлан иткәс, әлеге маршрутты хеҙмәтләндергән контролер-кассир Римма Морапталова менән водитель Рим Ибраһимов шатланып риза булған. Хеҙмәткәрҙәргә костюмдарҙы Сибай концерт-театр берләшмәһе биргән. Пассажирҙарға был сюрприз бик оҡшаған. Улар салонда үҙҙәрен бейеп ҡаршы алған Римма Сәлимйән ҡыҙына ҡушылып бейергә лә төшкән. Сибайҙарҙың матур башланғысын киләһе байрамдарҙа, бәлки, башҡа ҡала һәм райондарҙа ла күтәреп алырҙар. Фото, видео һәм мәғлүмәт сығанағы: “Сибайский рабочий” гәзите сайты.