Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибайҙар ҙа ситтә ҡалманы

Кисә Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә, илебеҙҙең һәм сит ҡитғаларҙың милләттәштәребеҙ йәшәгән мөйөштәрендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы гөрләп үтте. Был матур акцияға йылдағыса Сибай ҡалаһындағы барлыҡ уҡыу йорттары, мәктәптәр, йәмәғәт ойошмалары ҙур теләк менән ҡушылды. Быйылғы диктант яҙыу көнө Милли кейем көнө менән тура килгәнлектән, күптәр сараға күҙ яуын алырлыҡ милли кейемдә килгән ине. Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында 260-ҡа яҡын кеше диктант яҙҙы. Сарала Сибай институты уҡытыусылары һәм студенттары, китапханасылар, юристар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты. Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллин, Башҡортостан Республикаһы адвокаттар коллегияһының Сибайҙағы филиалынан Арсен Марс улы Аҡбулатовтың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне. Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иткән фотоһүрәттәрҙән күреүегеҙсә, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы Сибай педагогия колледжында, Сибай гимназия-интернатында, ғөмүмән, ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә гөрләп үткән. Был саранан Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ла ситтә ҡалмаған.