Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс меңгә яҡын кеше үҙ эшен асҡан

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышы барышында социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды. Программа эшләй башлағандан, йәғни 2020 йылдан алып, Башҡортостанда 16,3 мең самаһы кеше дәүләт менән социаль килешеү төҙөгән. Уларҙың 2,7 меңе эшҡыуарлыҡ өсөн аҡса алған; 1,7 меңе – шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн; 5,7 мең кеше һөнәри әҙерлек үтә алған һәм 5,8 мең кеше ауыр тормош хәленән сығыр өсөн ярҙам алған. Анализ күрһәтеүенсә, контракт тамамланғандан һуң граждандарҙың 87 проценты эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүен дауам итә. Йышыраҡ ауыл хужалығы, автомобилде хеҙмәтләндереү, мәғариф, спорт, етештереүҙең төрлө төрҙәре һәм матурлыҡ индустрияһы кеүек өлкәләрҙә эш асалар. – Быйыл килешеү нигеҙендә маҡсатлы социаль ярҙам һорап берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреү мөмкинлеген тормошҡа ашырырға кәрәк, – тине Андрей Назаров. pravitelstvorb.ru