Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иҫкәртеү системаһын модернизациялау тамамланды

Республика Хөкүмәте ултырышы барышында Башҡортостандың автоматлаштырылған үҙәкләштерелгән иҫкәртеү системаһын эксплуатацион-техник хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. – 2021 йылда системаны модернизациялау тамамланды. Быға 357 миллион һум аҡса тотонолдо. Инде ике йыл инде беҙ был системаны тотонабыҙ, шул иҫәптән уны халыҡҡа мәғлүмәт еткереү өсөн ҡулланабыҙ, – тине Андрей Назаров. Республика Хөкүмәте Премьер-министры билдәләүенсә, бындай мәғлүмәт биреү йыл һайын 150-нән арта. Шулай уҡ замансалаштырылған система ярҙамында йылына яҡынса 300 тапҡыр урындағы үҙидара органдарына насар һауа шарттары тураһында мәғлүмәт тә еткерелә. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика Хөкүмәтенең системаның иҫкәртеүсе техник саралар запасын туплау, һаҡлау һәм файҙаланыу, номенклатураны раҫлау һәм ошо запастарҙы һаҡлау тәртибе тураһындағы резолюцияһы проектын әҙерләгән. Дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров ултырышта ҡатнашыусыларҙы проектты хупларға саҡырҙы һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә аҡса бүлеү кәрәкмәй, тип билдәләне. Премьер-министр был тәҡдимде хупланы. pravitelstvorb.ru