Башҡортостан Хөкүмәте ултырышы барышында шәхси балалар баҡсаларына 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балаларға өҫтәмә урын булдырыуға йүнәлтелгән гранттар биреү тәртибен үҙгәртеү тураһында фекер алыштылар. Һуңғы ике йылда республикала был юҫыҡта 1000 өҫтәмә урын асылған. – Был маҡсатта 123 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде, шуларҙың 121 миллион һум самаһы – федераль ҡаҙнанан, – тине Андрей Назаров. – Улар ойошмаарҙы уҡытыу-тәрбиә саралары менән йыһазландырыуға, шулай уҡ шәхси балалар баҡсалары белгестәренең һәм етәкселәренең оҫталығын күтәреүгә йүнәлтелде. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин гранттар биреү тәртибе тураһында ентеклерәк һөйләне. Министрлыҡ шәхси балалар баҡсаларына гранттар биреү тәртибенә төҙәтмәләр әҙерләгән. – Ойошмала мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн милек хоҡуғында йәки башҡа законлы нигеҙҙәр буйынса өҫтәмә урындар барлығын раҫлаған документтар (күсермәләр) биреү кәрәклеге тураһында пункт өҫтәлде, ғаризаларҙы баһалау өсөнтағы ике яңы критерий өҫтәлде, – тине А. Хажин. Был төҙәтмәләрҙе тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан өҫтәмә аҡса бүлеү талап ителмәйәсәк. А. Назаров был үҙгәрештәрҙе индереү буйынса Хөкүмәт ҡарары проектын ҡабул итергә тәҡдим итте. Премьер-министр Мәғариф һәм фән министрлығына шәхси балалар баҡсалары етәкселәренә һәм урындағы үҙидаралыҡтарға гранттар биреүгә индерелгән үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәтте еткерергә ҡушты. pravitelstvorb.ru
Шәхси балалар баҡсаларына гранттар биреү тәртибе үҙгәрә
21 апреля 202321 апр 2023
1 мин