Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында муниципалитеттарҙа бизнес-шерифтар эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов бизнес-шерифтарҙың уҙған йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре һәм 2023 йылға эш планы тураһында һөйләне. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында муниципалитеттар "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында 734 ултырыш үткәргән, унда 40,4 миллиард һумлыҡ инвестиция күләме һәм 6,5 мең яңы эш урыны булдырырлыҡ 1064 проект ҡаралды, тип билдәләне ул. Был осорҙа республикала 19 проект тормошҡа ашырылған, инвестициялар күләме 1,3 миллиард һум тәшкил иткән, 267 эш урыны булдырылған. — Эшҡыуарҙарҙың ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында тулы мәғлүмәт алыуы, уны ҡуллана белеүе күп осраҡта бизнес-шерифтарға бәйле. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты федераль һәм республика программаларына, гранттар конкурсына әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк, - тип билдәләне А.Назаров. – Улар власть яғынан һәр саҡ ярҙам тойорға тейеш. Ошо юҫыҡта эште киңәйтергә кәрәк. pravitelstvorb.ru