Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, “Ашығыс экспорт ярҙамы”ның эшсе төркөмө Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы һәм Башҡортостан Республикаһының Иглин районы предприятиеларында булды. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте. – Башҡортостан компаниялары был мөмкинлектән әүҙем файҙалана һәм белгестәребеҙҙе үҙҙәренә предприятиеларға саҡыра. “Ашығыс экспорт ярҙамы” эксперттары республикала күрһәтелгән ярҙам саралары буйынса консультациялар үткәрә, шулай уҡ продукцияны сит ил баҙарына сығарыу һәм һатыу баҙарын киңәйтеү буйынса иң һөҙөмтәле ысул һайлап алыу маҡсатында производствоны баһалай, - тип билдәләне Маргарита Болычева. Сәфәр сиктәрендә эшсе төркөм: “Востокнефтегаз” фәнни-техник фирмаһы” предприятие – 20 йылдан ашыу нефть һәм газ секторында заказсылар өсөн инновацион ҡарарҙар сығара, нефть һәм газ ко