Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урындағы үҙидара көнө менән ҡотлау

Ҡәҙерле дуҫтар! Урындағы үҙидара көнө менән ошо эшкә ҡатнашы булған һәр кемде – ҡала, район һәм ауыл советтары депутаттарын, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайым. Урындағы үҙидаралыҡ, һөҙөмтәлелеген йылдан-йыл арттырып, дәүләттең һәм гражданлыҡ йәмғиәтенең ышаныслы нигеҙе булып тора. Бөгөнгө ауыр шарттарҙа урындағы иҡтисадты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү, ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә һәм йәмәғәт башланғыстарына булышлыҡ итеү, һәр ғаиләнең, һәр кешенең тормошона ҡағылышлы төрлө һорауҙарға һәм мөрәжәғәттәргә булышлыҡ итеп, урындағы йәмғиәтте үҫтереү буйынса мөһим бурыстарҙы хәл итеп, алғы рәттә тораһығыҙ. Республиканың ҡалаларында һәм ауылдарында тормоштоң яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ була барыуын күрәбеҙ. Яҡташтарға – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына төрлө яҡлап ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн һеҙгә айырым рәхмәтемде еткерәм. Берҙәм команда булып эшләп, бөтә һынауҙарҙы ла намыҫ менән үтербеҙ, үҫеш стратегияһын дауам итербеҙ, тип ышанам. Һеҙҙең профессионаллеккә, юғары компетенцияғыҙға, кешеләргә иғтибарлылыҡҡа, асыҡлыҡҡа һәм берҙәмлеккә иҫәп тотам. Алдыбыҙҙа торған мөһим бурыстарҙы хәл итеүҙә ныҡлы сәләмәтлек, көс һәм уңыштар теләйем. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Сығанаҡ: glavarb.ru