“ВАТАН” отрядының 17 яугире сәйәси дәрестәр башланыр алдынан хәрби ант бирҙе. Улар араһында Шайморатов ордены менән бүләкләнгән Илгиз Солтанморатов та бар. Күптәренең хәрби тәжрибәһе бар, әммә хеҙмәт итмәгән. Уларҙың һәр анттын башҡа яугирҙәр алҡыштар менән ҡабул итте. Яугирҙәр араһында ант биреү өсөн төн буйы әҙерләнгән, тексты ятлаған. Ҡайһы бер яугирҙәр ант биргән саҡта төшкән фотоһын туғандарына ебәргән. Тексты уҡығанда борсолғандар ҙа бар. Ант – яугир һәм гражданин анты! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ватан" отряды 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙән тупланды. Уларҙың барыһы ла үҙ теләктәре буйынса ирекмән булып, тыуған илебеҙҙе яҡларға юлланды. Мәғлүм булыуынса, әле лә республикала 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе контракт килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Бының өсөн район-ҡалаларҙағы махсус хәрби операция штабтарына, хәрби комиссариаттарға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Фото: @Bashbat