Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы йыл һайын экологик йүнәлештәге сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам итә һәм уларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 14 апрелдә министрлыҡтың аппарат хеҙмәткәрҙәре Непейцев дендропаркы биләмәһендә өмә ойошторҙо. Өмәлә ҡатнашыусылар тоҡтарға ҡыштан һуң йыйылған сүп-сарҙы йыйҙы. – Өмә - Башҡортостанда йәшәүселәрҙе берләштергән изге йола. Барыбыҙҙың да бер маҡсаты – республикабыҙҙы тағы ла таҙараҡ, матурыраҡ һәм уңайлыраҡ итеү. Берҙәм тырышлыҡ менән генә быға өлгәшә алырбыҙ, — тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Носратуллин. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: forest.bashkortostan.ru