15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙән торған Учалы командаһы байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Ҡырғыҙстан кубогына үткәрелгән ярыштарҙа ҙур уңыштарға өлгәште. "Байдаркала йөҙөү буйынса беренсе урынды Айҙар Ахунов, икенсе урынды Зафар Ғәлиев, өсөнсө урынды Руслан Шәйхетдинов яулаған. Каноэла ярышта Никита Засов – “алтын”, Дмитрий Харитонов “бронза” алды", тип яҙа “Учалы гәзите”. Кем-кем, ә йәш спортсыларҙың тренерҙары бик ҡәнәғәт. –Беҙҙе сит ерҙә яҡшы ҡаршы алдылар. Милли музейҙа булыуҙан тыш, ҡырғыҙҙарҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыҡ, тәмле аш-һыуын тәмләнек. Көндәр яҡшы торҙо. Минең малайҙарым – маладис! Ҡаушаманылар, юғары класс күрһәттеләр. Ә бит ҡаршы яҡ командаһы Ҡырғыҙстандың йыйылма командаһына ингән көслө спортсыларҙан торҙо. Ата-әсәләргә ҙур рәхмәт әйткем килә, улар һәр ваҡыт балаларына терәк, сәйәхәттәргә сыҡҡанда спонсор ярҙамы күрһәтәләр, – ти тренер Артур Хәсәнов. Фото:”Учалы гәзите”.