Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле!

Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынашты. Һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, әммә бәйгенең - үҙ ҡағиҙәләре. Шулай итеп, бөгөн иң күп тауыш йыйған өс ауыл биләмәһе башлығы асыҡланды. (https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64340024b992944b95610848) Улар түбәндәгеләр: 1-се урында – Стәрлебаш районынан Илнур Һөйәрғолов 2-се урында – Саҡмағош районынан Рәсимә Зәйнетдинова 3-сө урында - Әбйәлил районынан Наталья Сатина. Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан һәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн барлыҡ көсөн һалып эшләгән ошондай ауыл хакимиәте башлыҡтарына уңыштар, ғаилә именлеге һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!