Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһын тантаналы асыу барышында ошо изге эштең башында торған, уның үҫешенә, таралыуына, халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүенә өлөш индергән кешеләр ҙә билдәләнде. Шулар араһында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева ла бар ине. Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы бөгөнгө саранан алған тәьҫораттары һәм Башҡорт теленән диктант яҙыу проектының нисек башланып китеүе тураһында һөйләне. - Башҡорт теленән диктант яҙыуҙа быйыл редакциябыҙ менән ҡатнаштыҡ. Туған телебеҙҙе, шулай уҡ милли кейемдәребеҙҙе популярлаштырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алыуҙан күңелебеҙ булды. Университетта һәр ваҡыттағыса байрам кәйефе, рух күтәренкелеге. Килгән һәр кешене йылмайып сәләмләп ҡаршы алған студенттарҙан башлап ошо сараны ойоштороу һәм үткәреү өсөн ҙур көс һалған уҡытыусыларға һәм етәкселәргә, шәхсән Гөлфирә Риф ҡыҙына рәхмәт! Ә был матур проекттың башы түбәндәгесә булды. 2015 йылда башҡорт теленән диктант ойошторабыҙ тип гәзиттәргә, радио-телевидение аша иғлан бирҙек тә үҙем ҡурҡыуға ҡалдым. Кеше килмәй ҡуйһа, ни эшләрбеҙ? Сәғәт 11-се яртыны үтеүгә 1-се ҡатта кешеләр күренә башланы. Баҙнатһыҙ ғына аҙымдар менән тирә-яҡҡа ғәжәпләнеү ҡатыш күҙ һалып килеүҙәренән студент түгел икәндәре күренеп тора. Тимәк, беҙҙекеләр! Милли кейемдәгеләр ҙә килә башлағас, күңел урынына ултырҙы. Диктант өсөн Яныбай Хамматовтың "Башҡорттар китте һуғышҡа" тигән романынан өҙөк һайлап алынғайны (Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан бит). Уны кемдән уҡытырға тип баш ватманыҡ, мин был ролдә фәҡәт Хөрмәтулла ағай Үтәшевты ғына күрә инем. Бөтәһе 3500 кеше ҡатнашҡан булып сыҡты тәүге диктантта. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған акцияның оҙайлы проект буласағы шунда уҡ билдәле булғайны инде. Йыл да уҙғарылып, хәҙер инде халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан диктанттың башланғысы ошолай, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы. Фотолар: Р. Мәһәҙиеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Башҡорт теленән диктант яҙыу проекты нисек башланды?
20 апреля 202320 апр 2023
1
1 мин