Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшкә урынлашыу өсөн яңы мөмкинлек

20 апрелдә “Торатау” конгресс-холында “Абилимпикс-2023” төбәк чемпионаты еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Наградалар ярышта ҡатнашыусы 450 кешегә тапшырылды. - Был чемпионат – һөнәри оҫталыҡ конкурсы. Ул һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләргә уңышлы эшкә урынлашыу өсөн мөмкинлек бирә, уларға үҙҙәрен үҫтереүгә ярҙам итә, - тине Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама ҡалаларында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының “Абилимпикс” төбәк чемпионаты сиктәрендә республикабыҙҙан ҡатнашыусылар өсөн ярыштар тамамланды. Чемпионатта 81 компетенциянан 912 конкурсант ҡатнашты: 360 мәктәп уҡыусыһы, 440 студент һәм 112 белгес. Быйыл компетенциялар исемлегенә яңы йүнәлештәр ҙә индерелгән. Шуны билдәләргә кәрәк, Башҡортостан “Абилимпикс” чемпионат хәрәкәтендә 2015 йылдан ҡатнаша. Был осорҙа төбәк чемпионатында ҡатнашыусылар һаны 26 тапҡырға артҡан. 2015 йылда ярыштарға 35 кеше йәлеп ителгән. - Чемпионат миңә үҙемде нығыраҡ асырға, мөмкинлектәремде белергә ярҙам итте. Ошо йүнәлештә эшемде дауам итәсәкмен, - тине чемпионаттың “Әйберҙәр интернеты” компетенцияһында ҡатнашыусы Әҙелгәрәй Дәүләткилдин. Фото: Башҡортотсан Хөкүмәте сайты.