Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һарымһаҡты ҡорал итеп алһаң...

Миәкә районының Байтимир ауылында йәшәүсе Фаил Әхмәтов 2021 йылда үҙенең тормошон тулыһынса үҙгәртеп, ауыл хужалығы тармағына башкөллө сума. Башҡалар тотонорға йөрьәт итмәгән тармаҡҡа – һарымһаҡ үҫтереүгә тотона. Әхмәтов үҙ эшен башлап ебәреүгә ентекле әҙерләнә, яҡшы бизнес-план төҙөй, уның менән «Аграстартап» грантына конкурста еңеп сыға. Үҙ хужалығының матди-техник базаһын ойоштороу өсөн 2,9 миллион күләмендә аҡса ала. - Ниндәй ҙә булһа эште яҡшы ҡорамалдарһыҙ башлау ауыр, шуға күрә грант аҡсаһына иң тәүҙә трактор, диск, һарымһаҡ ултыртыу, рәт араһын эшкәртеү өсөн ҡорамал, һарымһаҡ орлоғон ваҡлаусы һатып алдым. Быларҙың барыһы ла эшебеҙҙе еңелләштерҙе һәм ышаныслы аҙымдар менән башларға мөмкинлек бирҙе. Грант программаһы шарттарына ярашлы, даими нигеҙҙә ике эш урыны булдырҙым. Бынан тыш, яҙын һәм көҙөн өҫтәмә рәүештә өс-дүрт кешене эшкә алам, — ти фермер. Бөгөн Фаил Әхмәтовтың хужалығында һарымһаҡтың майҙаны 1 гектарҙан ашыу. Былтырғы уңышты йәрминкәләрҙә, шәхси магазиндарҙа, шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша реклама һәм электрон сауҙа майҙансыҡтары ярҙамында һатҡан. Үҫтерелгән уңыштың бер өлөшө орлоҡҡа китә. Бынан тыш, Фаил иген культуралары сәсә һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәғлүмәт һәм фотолар Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.