Бөгөн Башҡортостанда, милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәрҙә һәм сит илдәрҙә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктиант-2023” акцияһы үтте. Баш ҡалабыҙ Өфөлә диктант яҙыу бер нисә ҙур майҙансыҡта, шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Бәйләнештә” социаль селтәре, телеграм-канал аша онлайн алымда яҙыу ойошторолдо. Иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе булған Өфө фән һәм технологиялар университетына 500-ҙән ашыу ошо матур акцияға ҡушылыу өсөн килгән ине. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәргә диктант тексын уҡыны. Ул был сараның әһәмиәте тураһында фекерҙәре менән дә уртаҡлашты. - Минеңсә, әлеге ябай булмаған заманда диктанттың даирәһе генә киңәймәне, ә маҡсаттары, әһәмиәте лә арта бара. Был акция башҡорт телен һаҡлауға булышлыҡ итеү менән бер рәттән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығыта, берҙәмлек, бер-береңдең мәҙәниәтенә, йолаларына хөрмәт өлгөһө булып тора. Өфө фән һәм технологиялар университетының мин диктант уҡыған аудитория
