Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гөлсирә Салауатова өйөндә музей эшләгән

Яңыраҡ Белорет районының Йөйәк ауылында командировкала булған саҡта алтын ҡуллы Гөлсирә Салауатованың өйөндәге музейы менән танышырға тура килде. Милли кейемдәрҙе тегеү, биҙәүестәр эшләү, төрлө ҡул эштәре буйынса оҫта ханымдың даны районда ғына түгел, ә башҡа райондарға ла таралған. Ғәбдөк ауылында тыуып үҫкән Гөлсирә апай Йөйәк ауылына килен булып төшкән һәм оҙаҡ йылдар дауамында ауылдың иң уңған кешеһе булып тора. “Гөлсирә Салауатова - иҫ киткес талант эйәһе, самородок, ҡулынан килмәгән эш юҡ! Күҙ теймәһен!”, “Эй еңгәбеҙ үҙе һылыу, үҙенең ҡул эштәренең матурлығы! Еңгә, иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә, ауылыбыҙҙың уңған аҡ инәйе”, – тип маҡтау һүҙҙәре яҙа ауылдаштары. Музей тураһындағы видеояҙманы "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһендә ҡарай алаһығыҙ. Ринат Шәйбәков, Рәмилә Мусина фотолары. Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.