"Беләҙектәр сыңы" тип аталды бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле музейында ойошторолған күргәҙмә. Ул Милли кейем көнөнә арналды. Ансамблдең концерт залы фойеһында ҡуйылған экспозицияла сәхнә кейемдәре, костюмдарҙың айырым элементтары, биҙәүестәр ҡуйылғайны. Күргәҙмәгә килгәндәргә уларҙы кейеп иҫтәлеккә фотоға төшөү форсаты ла бирелде. "Сәхнә кейеме – ул һәр бейеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Фәйзи Әҙһәм улы традицион халыҡ кейеменең үҙенсәлектәрен ныҡлап өйрәнгән, костюмдарҙың эскиздарын һыҙғанда рәссамдар менән бергә ҡатнашҡан. Кейем артисҡа бейеүҙең идеяһын еткерергә ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләгән", – тип бәйән итте Элиза Сынбулатова, ансамблдең матбуғат секретары. – Ансамблдә бөгөнгә тиклем йыйылған сәхнә кейеме электән тупланып килгән, ҡайһы берҙәре яңыртылған. Фәйзи Ғәскәровҡа ҡарата оло хөрмәт, рәхмәт тойғолары кисерәм мин – ул һәр бейеүгә генә түгел, ә уларға тегелгән костюмдарға ла үтә иғтибарлы булған, һәр береһен үҙе ентекле ҡараған, һ