Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хуш, хәйерле Рамаҙан!

Бөгөн, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы менән хушлаштыҡ. Иртәгә, 1 шәүүәлдә, иншаллаһ, Ураҙа ғәйете. Әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй, тиелә динебеҙҙә. Билдәле булыуынса, фытыр саҙаҡаһы Ураҙа байрамындағы Ғәйет намаҙы башланғанға тиклем бирелеп бөтөргә тейеш. Әгәр был ваҡыттан һуңлап тапшырылһа, ул ябай хәйер тип иҫәпләнәсәк. Фытыр саҙаҡаһын биргәнсе әҙәм балаһының тотҡан ураҙалары күк менән ер араһында тора, тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.Фитыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға: “Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”. Мәғәнәһе: "Аллаһ Тәғәләм, фытыр саҙаҡаһы биргәндең ураҙаһын, доғаларын ҡабул ҡыл, гонаһтарын ғәфү ит. Иманына ҡеүәт өҫтә, малын арттыр, изге маҡсаттарына өлгәштер". Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә Ураҙа ғәйетен изге ниәттә, лайыҡлы ҡаршыларға насип итһен! Фото: islam.ru

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц