Бөгөнгө “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2023” акцияһы шаулап-гөрләп, матур бер байрам ише ойошторолдо. Өфө фән һәм технологиялар университетына диктант яҙырға килеүселәр араһында дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, арҙаҡлы шәхестәр – яҙыусылар, ғалимдар, артистар һ.б. бихисап ине. Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, ғалимә, дәүләт эшмәкәре Зөһрә Йыһаннур ҡыҙы Рәхмәтуллина был сараның әһәмиәтен бик юғары баһаланы. – Башҡорт теле – ул халҡыбыҙҙың асылы, баһалап бөткөһөҙ байлығы. Күреүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа туған телдәрҙе үҫтереүгә тотош ил, шул иҫәптән республикабыҙ кимәлендә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөнгө диктант та – шуның матур бер сағылышы. Эйе, телгә дәүләт кимәлендә иғтибар биреү, уны һаҡлау, яҡлау саралары күреү зарур. Әммә төп иғтибар ғаиләлә башланырға тейеш. Телде һаҡлау, белеү өсөн тап ғаиләлә күсәгилешлектең булыуы мөһим. Шул саҡта телебеҙ мәңге йәшәр. Бөгөн донъяла ете меңдән ашыу тел һәм диалект иҫәпләнә. Йөҙләгән телдә бер нисә генә кеш