Иртәгә, 21 апрелдә Рәсәй мосолмандары изге Ураҙа байрамын билдәләй. Башҡортостанда тантаналы саралар бөтә мәсеттәрҙә лә үтәсәк. Байрам намаҙы өсөн төп майҙан булып Өфөләге “Ләлә-Тюльпан” мәсете һайланған. Мосолман ҡәрҙәштәр ғәйетте тура эфирҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан Башҡортостан юлдаш телеканалы аша күҙәтә аласаҡ. Был көндө Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Йома” тапшырыуының 1400-сө сығарылышы күрһәтеләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был тапшырыу - каналдың бик оҙаҡ барған тапшырыуҙарының береһе, уның беренсе сығарылышы 1991 йылдың 14 ғинуарында сыҡҡан. Шул көндән алып тапшырыу һәр йома һайын тамашасыларҙы мосолмандар мәҙәниәте, йолалары һәм тәғлимәттәре менән танштыра. Тапшырыу геройҙары – Ислам динен тотҡандар, руханиҙар. – “Йома” тапшырыуы – Рәсәйҙәге тәүге ислам тапшырыуҙарының береһе, – тип һөйләй уның авторҙары. – Тәүге алып барыусыһы Шәүрә Ғилманова, Йәркәй Яҡшыдәүләтов ине. Йәркәй Яҡшыдәүләтовкә быйыл 80 йәш тулған булыр ине. Ул билдәле журналист булды, ә Исламды өйрәнә торғас, ха