Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хбәр итеүҙәренсә, кисә Шишмә районындағы баҡса ширҡәтендә ике кеше янып һәләк булған. Ведомствоға 22.11 сәғәттә “Сәләмәтлек” баҡса ширҡәтендә йорттары яныуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә, баҡса участкаларында ике йортто һәм өс мунсаны ут ялмап алған булған. Бөтә ҡоролмалар ағас бураларҙан булған. Шулай уҡ өлөшләтә “Фольксваген Поло” автомобиле янған. Утты һүндергәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынында 1961 һәм 1985 йылғы ирҙәрҙең кәүҙәһе табылған. 18 апрелдә иһә Яңауыл ҡалаһының Еңеү урамындағы күп фатирлы йортта янғын булған. Ут өс бүлмәле фатирҙың 15 квадрат метр майҙанын ялмап ала, бөтә подъезд төтөнгә күмелә. Ҡотҡарыусылар 15 кешене, шул иҫәптән өс баланы махсус баҫҡыс аша сығара. 13 минутта утты һүндерәләр, зыян күргән кешеләр юҡ. Ошо уҡ көндө Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Бөрө ҡалаһының Ағиҙел аръяғы урамындағы шәхси йортта янғы
Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта
20 апреля 202320 апр 2023
1 мин