Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡашмауҙы нисек эшләйҙәр?

Ҡашмау - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеме. Ҡашмауҙы никахҡа ингәндең иртәгәһенә йәш киленгә кейҙергәндәр, һәм ул ир ҡатынының баш кейеме тип иҫәпләнә. Бала таба алыу йәшен үткән ҡатындар ҡашмау кеймәгән. Уны таҫтар алыштырған. Төрлө ырыуҙың ҡашмауҙары бер аҙ айырыла. Башлыса ул түбәлә ҙур булмаған тишек ҡалдырып тегелгән, сәйлән-мәрйендәр, аҡыҡ, көмөштән һуғылған тәңкәләр, көмбәҙҙәр һәм суҡтар менән биҙәлгән башлыҡ булараҡ билдәле. Мәрйендәренә ярашлы, ул ҡыҙыл, ҡуйы ҡыҙыл, көрән төҫтә булыуы мөмкин. Башлыҡты ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан (буҫтау, киндер) кейеҙ йә буҫтау эслек ҡуйып теккәндәр. Елкәнән арҡа буйлап биҙәкле «ҡойроҡ» — арҡалыҡ (олон) тегелгән, ул ҡатындың толомдарын ҡаплап торорға тейеш булған. Олондо, күбеһенсә, бер-береһен ҡабатлаған төрлө төҫтәге ромб фигуралы биҙәктәр һалып эшләгәндәр. Ромб - бик боронғо биҙәк. Ул уңдырышлы ер, йөклө ҡатын мәғәнәһен аңлатҡан. Ҡашмауҙы яулыҡ өҫтөнән кейгәндәр, сәс һәм муйын күренеп торорға тейеш булмаған. Эйәк аҫтынан ҡаптырма менән беркетеп ҡуйғандар. Бөгөн БР Милли музейында Гөлнара Вәхитова ҡашмау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.