“Башҡортостан "Студент стартапы" Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар һаны буйынса алдынғы өс төбәк иҫәбенә инде. Бөгөн йомғаҡтарҙы Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Николаевич Чернышенко иғлан итте. Бирелгән 4 мең ғаризаның 203-ө - беҙҙең республиканан. Конкурс еңеүселәре проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һәр береһенә 1 миллион һум аҡса аласаҡ Студенттарға уңыштар теләйем!” – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге яҙмаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Рәсәй Хөкүмәте сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы, "Студент стартапы" конкурсының өсөнсө этабына ғаризалар ҡабул итеү тамамланған. Еңеүселәр исемлеге июндә билдәле буласаҡ. Улар үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко "Студент стартапы" конкурсына 4 меңдән ашыу ғариза килгән тип билдәләй, был уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. «Студенттар стартапы конкурсына ихтыяж йылдан-йыл арта бара. Быйыл уға 4 меңдән ашыу ғариза килгән, был элеккегә ҡарағанда ике тапҡы