Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ялыуҙарығыҙ булһа... министрға әйтегеҙ

26 апрелдә Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һәм Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры Евгений Гуслов граждандарҙы ҡабул итәсәк. Шуны билдәләп үтәйек: экология һәм тирә-яҡ мөхит торошо һәр ваҡыт социаль йүнәлешле һәм граждандар тормошонда көнүҙәк булып тора. Шуға күрә республикала был мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүленә, был “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә. Граждандар ведомство етәкселәренә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу: законһыҙ сүплектәрҙе табыу, һыу ятҡылыҡтарының һәм һауаның бысраныу, хәүефле ҡалдыҡтарҙы яндырыу, законһыҙ һунар, ер аҫтын эшкәртеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен хәл иткәндә вазифалы кешеләрҙең законһыҙ эш итеүҙәре йәки эшләмәүҙәре тураһында һөйләй аласаҡ. Граждандарҙы көндөҙгө сәғәт 4-тән 6-сы яртыға тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86 адресы буйынса Ситуация үҙәгендә ҡабул итәләр. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә кәрәк. Алдан яҙылыу мотлаҡ: 8 (347) 218-04-01 телефоны йәки reception.mpe@bashkortostan.ru.электрон почтаһы аша. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.