Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бында рус мәҙәниәтен өйрәнәләр

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Яңы Балаҡатай ауылында Үҙәк китапхананы яңыртыу эштәре әүҙем бара. Федераль бюджеттан бүленгән аҡса заманса мебель һәм ҡорамалдар һатып алыуға, китап фондын яңыртыуға, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға һәм башҡа төрлө эштәргә тотонолған. Китапхананың төп концепцияһы – Башҡортостандың рус мәҙәниәте, мәҙәни мираҫты һәм рус халҡының үҙенсәлектәрен һаҡлау. Концепция сиктәрендә китапханала “ЭтноДонъя” ижади лабораторияһы булдырылған. Әлеге ваҡытта лаборатория өсөн ҡорамалдар – сигеү машинаһы һәм туҡыу станогы һатып алынған. Сигеү машинаһы – ижад өсөн идеаль модель. Ул рус телендә яҙыуҙар менән тулы төҫлө сенсор дисплей менән йыһазландырылған, был уны тиҙ үҙләштерергә, компьютерға йәки флеш-картаға тура тоташтырырға, төрлө биҙәктәрҙе сигергә, ҡыйыу художество идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Хәҙер һәр теләгән кеше традицион мәҙәниәт донъяһына сума, районда һаҡланып ҡалған туҡыусылыҡ, традицион костюм менән таныша һәм быны заманса кейем элементтарын әҙерләү һәм илһамландырыу өсөн сығанаҡ сифатында файҙалана ала. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.