Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды булышлығында Мәләүез ҡалаһынан «Эколайн» предприятиеһы Рәсәйҙең сәнәғәтте үҫтереү фондынан 64,4 миллион һумлыҡ займ алды. Аҡса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» программаһы сиктәрендә йылына бер процент менән биш йылға тиклем срокка бүленә. Ул «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проекты сиктәрендә ике цехты өҫтәмә етештереү линиялары менән йыһазландырыуға, шулай уҡ бизнес-процестарҙы цифрлаштырыуға йүнәлтәсәк. - Проект төбәктең химия тармағын үҫтереүгә этәргес бирә. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, модернизациялау арҡаһында предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 2025 йылға 104,4 процент тәшкил итәсәк. Финанс йәһәттән проекттың маҡсаты - йылына 367,4 миллион һумдан ашыу һатыу күләменә өлгәшеү. Күләмдәрҙең артыуы күрше өлкәләрҙәге предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итәсәк, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. «Эколайн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте елемдәр һәм резина ҡатнашмалары етештерә. Улар автомобиль, тау-байыҡтырыу, тимер юл, нефть-газ тармаҡтарында, аяҡ кейеме, спорт ҡоралдары һәм кейеҙ продукцияһы етештереүҙә ҡулланыла. 2022 йылда предприятиеның килеме 824 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән (республика буйынса 4-се урын). Завод йылына 1800 тонна елем һәм 2280 тонна резина ҡатнашмаһы етештерә. - Предприятие 2020 йылда «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектында ҡатнашты. Төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә уҙғарылған сараларҙың дөйөм ыңғай һөҙөмтәһе бөгөнгө көнгә 6,4 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20736/
Мәләүез заводы етештереүҙе модернизациялауға льготалы займ алды
1 минута
20 апреля 2023