Бөгөн, 20 апрелдә, Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә һәм Ер шарының милләттәштәребеҙ йәшәгән төрлө ҡитғаларында “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2023” акцияһы үтте. Сара йылдағыса онлайн һәм офлайн форматта уҙғарылды. Диктантты бергәләп яҙыу Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында ойошторолдо. Шулай уҡ Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыны. Йылдағыса башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, туған телдә иркен аралашыусылар, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн диктант яҙыу ойошторолдо. Өфө фән һәм технологиялар университетында диктант яҙырға килеүселәрҙе милли кейемдәге ҡыҙҙар һәм егеттәр “Һаумыһығыҙ!” тип ихлас сәләмләп ҡаршы алды. Һәр ерҙә яңғыраған башҡортса сәләмләү һүҙ