Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Медицина хеҙмәткәрҙәренә ай һайын өҫтәмә аҡса түләнә

Республиканың медицина хеҙмәткәрҙәре 4,5 мең һумдан 14,5 мең һумға тиклем социаль түләүҙәр алды. Быға ярашлы Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров февраль айында ҡул ҡуйғайны. Яңы түләүҙәр 2023 йыл дауамында ай һайын тәғәйенләнә. Финанс сығымдары республика бюджетынан түләнәсәк. – Ғинуар-март айҙары өсөн аҡса түләнгән. 1911 кеше, шул иҫәптән 1161 ашығыс медицина ярҙамы водителе, түләүҙәрҙе алды, –тигән аңлатма бирҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күҙаллауҙы иҡтисади анализлау һәм контролләү идаралығы начальнигы Ольга Мартыненко. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, документҡа ярашлы, түләүҙәр ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәре водителдәренә, участка табип-фтизиатрҙарына, табип-психиатрҙарға, амбулатор ҡабул итеүҙәге психиатр-наркологтарға, диспансер күҙәтеүе алып барған СПИД үҙәге табиптарына түләнә. Шулай уҡ түләүҙәр ошо табиптар менән эшләгән урта медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла. Өҫтәмәне шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамының махсуслаштырылған психиатрия бригадалары хеҙмәткәрҙәре аласаҡ. –Түләүҙәр бик ваҡытлы. Ашығыс ярҙам водителенең эше ауыр. Төнгө смена, көсөргәнешле эш, махсус сигналдары булған машинаны йөрөтөү... Өҫтәүенә табип һәм фельдшерҙарға ауырыуҙарҙы ташырға ярҙам итергә кәрәк. Бөгөн беҙҙә 330 водитель эшләй, кадрҙар мәсьәләһе һәр саҡ беренсе урында тора. Яңы хеҙмәткәрҙәр килеренә ышанабыҙ. Элек тәжрибәһеҙ, класлылығы булмаған водителдәр 22 мең һум алһа, хәҙер уларҙың эш хаҡы 34 мең һумға етте,– ти Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең техника буйынса баш табип урынбаҫары Алексей Руфанов. Өҫтәмә түләүҙәр 2023 йылдан башлап Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә булдырылған. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.