Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәскәүҙә лә еңеү яулаһындар

“Абилимпикс” һөнәри оҫталыҡ чемпионатының төп маҡсаттарының береһе – инвалидтар һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә камиллашырға, киләсәктә үҙ һөнәрен, эш урынын табырға булышлыҡ итеү. Сарала ҡатнашыусылар “Ырғаҡ менән бәйләү”, “Кондитер эше”, “Художестволы сигеү”, “Тырнаҡ сервисы”, “Плакат дизайны”, “Бисер үреү” кеүек компетенцияларҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Ярыштар Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында үткәрелде. Чемпионат эксперттары конкурс эштәрен баһаланы һәм көслөләрҙе һайлап алды. Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында еңеүселәргә дипломдар, миҙалдар һәм бүләк карталары тапшырылды. Мәҫәлән, “Адаптив физик культура” компетенцияһында Аделия Яппарова беренсе урын яуланы, икенсе урынға – Тимур Байназаров, өсөнсөгә Максим Тукалов сыҡты. “Абилимпикс” чемпионатының финалы ғәҙәттәгесә Мәскәү ҡалаһында ойоштороласаҡ. Ә сараны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм “Абилимпикс” хәрәкәте үҫешенең төбәк үҙәге ойошторҙо. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.