19 апрелдә республика мәктәптәре директорҙарының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары өсөн төбәк семинар–кәңәшмәһе үткәрелде. Ул илһөйәрлек тәрбиәһенең һөҙөмтәле системаһын булдырыу һәм мәктәп мөхитендә деструктив тәртипте профилактикалау мәсьәләләренә арналды. Семинар Башҡортостан Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы һәм уның рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов башланғысы буйынса уҙғарылды. Ошо уҡыу йортоноң Терроризм һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы тороу буйынса координация советы сараның ойоштороусыһы булды. Семинар Зубов ауылында “Белем” белем биреү үҙәгендә үтте. Өфө, Архангел, Шишмә, Ауырғазы райондарының дөйөм белем биреү мәктәптәре, гимназия, лицейҙары директорҙарының тәрбиә эштәре буйынса 100-ҙән ашыу урынбаҫарҙары ҡатнашты. Семинар-кәңәшмәнең темаһы көнүҙәк. Педагогтарға, директор урынбаҫарҙарына мәктәптәрҙә илһөйәрлек тәрбиәһен ойоштороу йүнәлешендә эште нығытыу, шулай уҡ мәктәптә деструктив тәртиптең сәбәптәрен асы