Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ассоциацияланған мәктәптәр съезд үткәрә

20 апрелдә Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институтында (филиалында) ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы ассоциацияланған мәктәптәренең III съезы үтә. Сара 15.00 сәғәттә башлана. Съезд барышында ошондай мәктәптәрҙең 2022/23 уҡыу йылындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһала, 2023/24 уҡыу йылына пландар билдәләнә. Шулай уҡ Беларусь Республикаһы, Ҡырғыҙстан менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ҡараласаҡ. Съездың эшендә Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығынан вәкилдәр, Беларусь Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан, шулай уҡ Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ. III съезд һөҙөмтәләре буйынса Резолюция ҡабул ителәсәк. Фото: riakchr.ru