Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юлдар даими ябыласаҡ

М-5 “Урал” Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлын реконструкциялау участкаһында быраулау-шартлатыу эштәре үткәреүгә бәйле 20 апрелдә урындағы ваҡыт буйынса 10.00 – 13.00 сәғәттәрҙә Силәбе өлкәһенең Әшә районында 1565 – 1576 километр участкаһында юл хәрәкәте ябылып тора. Был реконструкция участкаһын Әшә – Минйәр – Сим маршруты буйынса төбәк юлдары буйлап урап үтеү схемаһы еңел транспорт өсөн генә ҡаралған. Ауыр йөк транспорты (ҙур йөк, автобустар) өсөн быраулау-шартлатыу эштәре ваҡытында йөрөү тыйыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был ваҡыт сикләүҙәре 2023 йылдың 1 октябренә тиклем һәр кесаҙна аҙна һайын индереләсәк. Водителдәргә маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алырға кәңәш ителә. Юл торошо тураһында белергә, шулай уҡ Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге федераль трассаларҙа штаттан тыш хәл тураһында “Көньяҡ Урал“ федераль юл идаралығынан тәүлек әйләнәһенә белешергә мөмкин – 8 (351) 266-65-63 (шылтыратыу бушлай) һәм +7 982 331 37 84 (WhatsApp). Фото: vk.com/public