Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер ғүмер етмәй икән...

– Сентябрь айында батырлыҡтарын ишеттем. Был минең уҡыусым, тип ғорурландым. Ябай ауыл малайы – шундай ҙур герой. Әле лә ғорурланам. Һуңғы тапҡыр 28 сентябрҙә күрештек. Һалдаттарҙы оҙатҡанда, халыҡ араһында күреп ҡалдым да ҡаршы атланым. Әллә ҡайҙан танып ҡалып, Айһылыу апа, тип ҡосаҡлап алды. Балаҡайым, тағы китеп бараһың икән, иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде, тинем. Фотоға төштөк. Үлгән хәбәрен ишетеп... ҡойолоп төштөм, бик ауыр булды. Әле лә ышанғым килмәй. ... Раббым, Аллам, ожмах ишеген ас Фәнис атлы изге балаға. Күпме генә ғүмер йәшәп китте, Оло даны ҡалды донъяға. Раббым, доға ҡылып һорайым һинән, Сабырлыҡ бир Фәриҙә апайға. Шундай ҡыйыу батыр үҫтергән ул Беҙҙең илгә, бөйөк Ватанға! – Үҙе яҙған шиғырҙы уҡытыусы ҡалтыранып-ҡалтыранып китеп уҡыны. – Эй-й, сабырлыҡтар бирһен Хоҙайым, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай. Мин уның янына ултырам. Шулай уҡ яҡшылап танышам. Мөнирә Мулләхмәт ҡыҙы Саяпова. Бер йорт аша күршеһе. – Олатаһы, өләсәһе менән ут күрше булып йәшәнек. Фәриҙә бәпәй алып ҡайтҡас,

– Сентябрь айында батырлыҡтарын ишеттем. Был минең уҡыусым, тип ғорурландым. Ябай ауыл малайы – шундай ҙур герой. Әле лә ғорурланам. Һуңғы тапҡыр 28 сентябрҙә күрештек. Һалдаттарҙы оҙатҡанда, халыҡ араһында күреп ҡалдым да ҡаршы атланым. Әллә ҡайҙан танып ҡалып, Айһылыу апа, тип ҡосаҡлап алды. Балаҡайым, тағы китеп бараһың икән, иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде, тинем. Фотоға төштөк. Үлгән хәбәрен ишетеп... ҡойолоп төштөм, бик ауыр булды. Әле лә ышанғым килмәй. ... Раббым, Аллам, ожмах ишеген ас Фәнис атлы изге балаға. Күпме генә ғүмер йәшәп китте, Оло даны ҡалды донъяға. Раббым, доға ҡылып һорайым һинән, Сабырлыҡ бир Фәриҙә апайға. Шундай ҡыйыу батыр үҫтергән ул Беҙҙең илгә, бөйөк Ватанға! – Үҙе яҙған шиғырҙы уҡытыусы ҡалтыранып-ҡалтыранып китеп уҡыны. – Эй-й, сабырлыҡтар бирһен Хоҙайым, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай. Мин уның янына ултырам. Шулай уҡ яҡшылап танышам. Мөнирә Мулләхмәт ҡыҙы Саяпова. Бер йорт аша күршеһе. – Олатаһы, өләсәһе менән ут күрше булып йәшәнек. Фәриҙә бәпәй алып ҡайтҡас, барыбыҙ ҙа мөғжизә көткәндәй һөйөндөк. Фәнисте беренсе булып мунсала үҙем йыуындырҙым. Хәлил абзыйҙың ҡалын тауышы тағы ла һиҫкәндереп ебәрә: – Тарихи ваҡиға был. Апай дауам итә: – Ҡыйыу бул, үткер бул, етеҙ бул, аталы-әсәйле бул, тәүфиҡлы бул, тип изге теләктәр менән йыуындырҙым. – Бер аҙ тынлыҡтан һуң: – Оҙон ғүмерле бул, тип тә теләгәнмендер. Әйткәнменде-е-ер, – тип һуҙҙы. – Хоҙайымдың амин тигән сағына тура килмәнеме? Әйләнә лә тулғана, әллә ниҙәр булды шул донъяға... Күҙ алдында үҫте. Беренсе бала булғас, янына йыш инә инек. Үҫә башлағас, беҙҙең балаларға эйәрә башланы. Уның тураһында нимә әйтергә инде, ысынлап та, ҡыйыу, үткер, етеҙ, мөләйем, ауыҙы ябылмай ине инде. Ихлас, ярҙамсыл ине, картуф алыу тиһеңме, бесән мәле булһынмы, көрәк йә һәнәк тотоп килә һалып етә. Үҙ балабыҙ кеүек булды инде беҙгә. Шуға бигерәк ауыр. Әрмегә бергә оҙаттыҡ.Ҡаршы алыуҙар... – Ҡайҙа хеҙмәт иткән ул? – Абхазияла Цхинвалда хеҙмәт иткән, снайпер ине. – Ирҙәр тауышы тағы ла яңғырап китте. – Унан да дан менән ҡайтҡан ул. Туғыҙ класлы малайға кесе сержант званиеһын юҡҡа бирмәгәндәр инде. Әрменән ҡайтҡас СПТУ тамамланы. Характеристикаһы бик һәйбәт ине. – Никахтарында булдыҡ, бер ваҡиға ла беҙҙе ситләп үтмәне. Бергә йәшәнек. Эй, йәшәүгә өмөтө ҙур ине. Өй ҙә ҡарайым, беренсеһе йәшлек хатаһы булдымы, яңынан кәләш алам, донъя көтәм, тигән ышанысы ҙур ине... Мөнирә апай Фәнисте яратып күп һөйләне. Улар араһында хәтерҙә ҡалырҙай, киләсәктә егетте ҙур батырлыҡтарға алып килер бер һәләтен телгә алды: техника телен аңлауы. – Уның иҫ киткес бер шауҡымы, тылсым көсө бар инеме икән, оҫталыҡмы, белмәйем, ул һис ҡуҙғалмаҫ тракторҙы ла көйләп, терелтеп алып китер ине. Матаймы ул, трактормы, машинамы, ултырып сыға ла китә. Техниканы ныҡ белде, һис тә аптыраманы. Ремонтларға булһа ла, телен белә, асҡысын таба ине. Колхозда комбайнда ла, тракторҙа ла эшләне. Юҡтан ғына дошман БТР-ын йүгәнләмәгән икән, тигән уй үтә башымдан. Хәлил абзый менән танышам. Егет тураһында нимә беләһең, һөйләйһеңме, ағай, тигәйнем, ул: – Бында түгел, хәҙер МТМ-ға менгәс, унда булыр “мужской разговор”. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында түгел, – тигәс, һағайып киттем. Фәнис тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө, интернетта ла, былай ҙа: төрмәлә ултырған, шуға һуғышҡа ҡасҡан, Герой исемен шуға бирмәйҙәр... – Ярай, – тим, – ярай, ирҙәрсә һөйләшербеҙ. Фәриҙә, бушап, тағы беҙҙең янға килеп ултырҙы. Телевизор тейешле каналдарға барып тоташты, ахыры, унда йәнһүрәт башланды. Әминә менән Ынйы зәңгәр экранға уҡталды. Эй, сабый, диванға ултырып, бар донъяһын онотто. Беҙҙә – башҡа хәстәр, башҡа хәсрәттәр. – Мин дә интернеттан, башҡа сығанаҡтарҙан Фәнис Хөсәйеновҡа ҡағылышлы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙым. Уның фотоһына ҡарап, бындай нур һибеп торған ҡояштай ир һис тә үлмәҫ, уға пуля үҙе тейергә оялыр, тип фаразланым. Беҙҙең еңеүҙең, беҙҙең эштең хаҡлы икәнен аңғартҡан бер символ кеүек ине ул миңә, – тинем барыбыҙ ҙа тынысланғас. – Беҙ ҙә ышанманыҡ. Уны уҡ алыр кеүек түгел ине. Ҡайтып кергәнсе ышанманыҡ, беребеҙ ҙә, – Мөнирә апай тағы тәҙрәгә ҡарап алды. – Әллә ул булманы микән. Айһылыу Мөҙәрисовна менән әле фотоларын яҡынайтып ҡарап ултырҙыҡ. Миңе ул яҡта түгел кеүек. – Эй, әсә. Һаман ышана, һаман мөғжизә көтә. – Беләгенә “Наилә” тип яҙылған, ныҡлап ҡараныҡ, тинеләр бит, – Мөнирә апай, ғәҙәттәгесә, тын ҡала алманы. Шулайҙыр ҙа бит, их, күрше апай, кешене һаман шул өмөт йәшәтә бит. – Йөрәк яһап, ҡатынының исемен яҙғайны. Яратышып ҡауышҡайнылар ҙа... Таныр өсөн билдә булып сыҡты. Ысынлап та, әрменән ҡайтҡас, Наилә исемле ҡыҙ менән танышып, яратышып өйләнешәләр. Илмәк ауылында йәшәйҙәр. Әминә исемле ҡыҙҙары тыуа. Тик... юлдары айырыла йәштәрҙең, хәҙер ҡатын башҡа ирҙә. Мөнәсәбәттәре бик һәйбәт, Фәриҙә киленен яратып һөйләй: “Әни тип кенә тора. Шылтырата, хәлде белә. Әни, үҙеңде ҡара, һин миңә, Әминәгә кәрәкһең әле, тигән була. Йыназа ваҡытында өс көн бында булды. Йүнле йоҡо ла эләкмәне. Рөхсәт иткәс, иптәше һәйбәттер, тип ҡуйҙым инде”. – Үҙем күрҙем, яурынында ГРУ билдәһе ҡара ябалаҡ төшөрөлгәйне, Фәриҙә, икеләнеп ултыраһы түгел, – Хәлил ағай шым ғына әйтеп ҡуйҙы. Мөнирә апай, Фәнисте күҙ алдына килтереп ултырҙымы: – Ул ана шул ярғанат кеүек етеҙ булды. Ултырып һөйләшмәне, тик тора алмай торғайны. Беҙгә лә биш минутҡа ғына инеп сыҡты. Һәр саҡ ҡабаланды. Ғүмере ҡыҫҡа булырын тойғандыр, – тип ҡуйҙы. – Йәне бигерәк тынғыһыҙ ине. Беҙҙә лә өҫтәл артында тыныс ҡына ултырып ашай алмай ине. Үҙ-ара һөйләшеп, иҫкә алып ултырыу шулай ҙа күңелде тынысландыра икән. Фәриҙә апайҙың күҙҙәре бер сама янып киткәндәй булды. Юлдан килгәндәр, сәй эсерәйек әле, тип бер нисә тапҡыр ҡалҡынды. Сәйенә өлгөрөрбөҙ, тип туҡтатып ҡуям. Йәнле әңгәмәне һис тә өҙгөм килмәй, Фәнис хаҡында, киреһенсә, күберәк белгем килә. – Видеоларын ҡарай инегеҙме? – Тәүҙә миңә күрһәтмәнеләр ҙә. Һуңынан үҙе беренсе барыуынан ҡайтҡас ҡына, кемдер анау атышҡан видеоһын күрһәтте. Аллам, Хоҙайым, әллә ысынлап унда атышып ятаһығыҙмы, тинем, аптырап. Юҡ, әнекәү, мин мультикта йөрөнөм, анекдот тыңлап шунда, тип көлә. – Әсә кеше, ниһайәт, йылмайып ебәргән булды. – Үҙе миңә видео-фәләндәрен күрһәтмәне. Бына шундай ерҙән иҫән ҡайттым, тине генә. Яу тураһында ла һөйләмәне. Мин дә алай һорашманым. Мөнирә апайҙың да йөҙө теремекләнеп китте. – Минең малай ҙа, Фәнистең әсәһенә күрһәтмә, тине. Ул БТР тигәнендә йөрөгәнен генә күрһәтте. Эсендә, бик майламағандар быны, майлап алаһы бар әле, тип ултыра ине. Ул БТР эсендә ултыра, уны төшөрәләр. Ҡурҡынысыраҡтарын күрһәтмәй ине. Бер “Жигули”ҙа китеп бара. Үҙе көйләп алғанмы инде уныһын. Унда ла машиналарҙы ремонтлап хитланған, ҡый. – Шуныһы үкенес, ҡотҡарған генералын төшөргән видеоһын юғалттым. Был баланы нисек таптың, ҡайҙан таптың, был бит кеше кеүек түгел, кеше-үрмәксе, тип шаҡ ҡатып илап ултыра инде ҡотҡарған генералы. – Һеҙ уны күрҙегеҙме ни? – Телефонымда бар ине. Видеола Фәнисте оҙатырға әҙерләнәләр ине унда. Үҙҙәренсә өҫтәл әҙерләгән булғандар. – Генералдың исем-шәрифе билдәлеме ул? – Кем генә белһен инде. Ана шул генералдың видеоһы бар ине. Хәҙер юҡ. Әллә Фәнис үҙе алып ташланы, әллә үҙем телефондың хәтере тулып киткәс, таҙартҡанмын. Хәҙер үҙенең телефонын көтәбеҙ инде. – Телефон, әйберҙәре ҡайтып етмәгән инде? – Юҡ. Ҡайтып етерме инде. Паспорты ла юҡ әле. Түҙмәне, юлдан килгән кешеләрҙе тотмайыҡ әле, һүҙ менән туйындырабыҙ әтеү, тип мейес артындағы бүленгән кухняға инеп китте Фәриҙә. Тиҙ үк өҫтәл әҙерләне. Беҙҙе саҡырҙы. Хәлил ағай тартырға сыҡты, уҡытыусы менән күрше, беҙ һуңынан ултырырбыҙ, тип беҙгә ҡамасауламаҫҡа булдылар. Тамаҡта – төйөр, ашарға дәрт булмаһа ла, ризыҡтан оло булып, әсә кешенең һүҙен йығып булмай. Эй, әсә кешенең наҙлы хәстәре, әсә ҡулынан яһалған сәй. Шунан да ҡәҙерле ни бар донъяла. Өҫтәл һыйҙан тулы ине. Фәнистең өсөн-етеһен уҡытҡан ризыҡтар ҙа булғандыр. Билмән ҡуя һалды. Фәнис ошо өҫтәл артына ултырып ашағандыр. (Дауамы бар). Фото: newsbash.ru