Йылайыр районында махсус операция барышында һәләк булған Алексей Комаров менән бәхилләштеләр. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итте. Хушлашыу Бирҙәш ауылында үткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр йыл башында Алексейҙың ҡатыны вафат була. Ул быны бик ауыр кисерә. Йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем, ти хатта. Бер айҙан махсус хәрби операция башлана. Алексей алғы һыҙыҡҡа китә. Ир һуңғы тапҡыр бәйләнешкә былтыр декабрҙә сыға. Яңыраҡ уның һәләк булғаны хәбәр ителә. Алексей Комаровты 18 апрелдә тыуған ауылында ерләнеләр. Яугирҙең яҡындарының, әсәһе Валентина Михайловнаның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: newsbash.ru