Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса өлөшләтә мобилизацияға эләккән яугирҙәр ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң ике аҙналыҡ отпускыға ҡайта. Башҡортостандың һәр ҡала һәм районында ошондай һалдаттарҙы ҡаршы алалар, улар менән осрашыуҙар бара. Әле Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры хеҙмәткәре ялға ҡайтҡан. Уны бар коллектив ҡаршы алған. Был хаҡта театрҙың социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр ителә. "Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан коллегабыҙ ялға ҡайтты. Бөтә коллектив менән бергәләп яугиребеҙҙе ҡаршы алдыҡ. Донъялар имен, илебеҙ тыныс булһын!" - тип яҙған Сибай артистары. Фото: Сибай театры төркөмөнән.