Ошо көндәрҙә Башҡортостанда Рәсәйҙең Федераль ҡаҙна идаралығы делегацияһы эш сәфәре менән булды. Бөгөн ҡаҙна идаралығы вәкилдәре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Бөтә Рәсәй финанс һәм иҡтисади органдар форумына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышында ҡатнашты. Ойоштороу комитеты ултырышында Федераль ҡаҙна идаралығы етәксеһе урынбаҫарҙары Александр Михайлик һәм Александр Албычев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары — финанс министры Лира Иғтисамова, Федераль ҡаҙнаның ревизия эшмәкәрлеген күҙәтеү департаменты начальнигы Людмила Муромцева, Башҡортостан Федераль ҡаҙна идаралығы етәксеһе Светлана Марварова, Башҡортостан Хөкүмәте идаралығы вәкилдәре һәм министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты. — Былтыр ноябрҙә Өфөлә Волга буйы федераль округында коррупцияға ҡаршы форумдың II этабы уңышлы үтте. Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара һәм милли сараларҙы ойоштороу буйынса ҙур тәжрибәһен иҫәпкә алып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль ҡаҙна идаралығы башлығы Роман Артюхиндың Форумдың йомғаҡлау этабын 2023 йылдың июлендә Өфөлә үткәреү тураһындағы тәҡдимен ҡабул итте. Бындай сараларҙы уҙғарыу коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә тәжрибә алмашыуҙы көсәйтергә, шулай уҡ коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлектең бөтә механизмдарын һәм яңылыҡтарын белеп ҡалырға мөмкинлек бирә, — тине Андрей Назаров. Форумда Федераль ҡаҙна, Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы етәкселәре, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Федераль ҡаҙнаһының территориаль идаралыҡтары начальниктары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, башҡа федераль һәм төбәк органдары ҡатнашасаҡ. — «Коррупцияһыҙ донъя. Мифмы, әллә ысынбарлыҡмы?!» Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы финанс-иҡтисади органдар форумының үткәреү урыны тип Башҡортостан һайланды, сөнки республикала коррупцияға ҡаршы эш һәйбәт ойошторолға һәм уның һөҙөмтәһен күрәбеҙ, — тине Рәсәй федераль ҡаҙна идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик сәләмләү телмәрендә. Ойоштороу комитеты составы Башҡортостан Башлығының 2023 йылдың 10 апрелендәге 119-сы һанлы бойороғо менән раҫлана. Осрашыу барышында Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумға әҙерлек тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — финанс министры Лира Иғтисамова үҙ сығышында республикала Форумды ойоштороу коррупцияға ҡаршы мәғлүмәт мөхитен формалаштырыу, гражданлыҡ яуаплылығы һәм тәжрибә уртаҡлашыу булып хеҙмәт итәсәген билдәләне. Рәсәй Федераль ҡаҙна идаралығы урынбаҫары Александр Албычев Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форум сиктәрендә кибер хәүефһеҙлек буйынса илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарының студент коллективтары ярыштары тураһында ентекле һөйләне. Шулай уҡ сәфәр барышында делегация Республика менән идара итеү үҙәгендә һәм форум ойоштороласаҡ майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡты. Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.