Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәхеткә хаҡым бармы?

Был тарихты беҙгә Венера исемле ҡатын “Бәйләнештә” селтәрендә ебәргән ине. Уның яҙмышы, бәлки, кемдер өсөн йәлләүес, икенселәргә фәһемле булыр, өсөнсөләр бөтә бәләләрендә ҡатындың үҙен ғәйепләр. Әле ул тормошон яйларға тырыша, тыныс ҡына йәшәгеһе килә, әммә үткәндәре тынғылыҡ бирмәй... “Мин бик иртә, 16 йәшемдә, кейәүгә сыҡтым. Иремә 21 йәш ине. Уның ғаиләһе беҙҙең бергә булыуға ҡаршы ине, әммә мине ҡыуып ҡайтарманылар. Минекеләр ҙә риза булманы, шулай ҙа артымдан бер кем дә эҙләп килмәне. Атайым менән әсәйем айырылған, икеһенең дә үҙ тормошо. Ҡайным “никах кәрәк” тигәс, район үҙәгендәге мәсеткә инеп, мулланан уҡытып сыҡтыҡ. Шулай итеп, ҡайным, ҡәйнәм, иремдең өс ир туғаны менән бергә йәшәй башланыҡ. Башта барыһы ла яҡшы кеүек ине, әммә бер аҙ йәшәгәс, иремдең ҡаты холоҡло, үпкәсел, үҙ һүҙле кеше булыуы асыҡланды. Миңә ҡул күтәреүҙән дә, төрлөсә мыҫҡыл итеп, әрләү-битәрләүҙән дә тартынманы. Ҡыҙым тыуҙы, әммә хәлдәр яҡшыға үҙгәрмәне, киреһенсә, бала менән мәшәҡәтләнеп, йорт эсендәге эштәргә, ишле мал-тыуарҙы ҡарарға өлгөрмәгән өсөн нығыраҡ әрләндем һәм туҡмалдым. Шуныһы ғәжәп: был хәлде барыһы ла белә-күрә, ләкин уны бер кем дә тыймай. Ҡәйнәм – биш ул тапҡан ҡатын, уҫал, ҡәтғи холоҡло. Ҡайным уға бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәгән, әммә ирем туҡмаған мәлдәрҙә хатта йомшағыраҡ холоҡло ҡайным да мине яҡлашмай. Ҡәйнәм өсөн үҙенең улдарынан башҡа кеше – кеше түгел, улар ғына донъяла иң һәйбәте, иң шәбе. Балалары ла әсәйҙәренең ауыҙына ғына ҡарап тора, уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй. Был ғаиләлә әсәйҙең һүҙе – закон. Ирем эш хаҡын тулыһынса әсәһенә алып ҡайтып тоттора, хатта һуңғараҡ айырым йәшәй башлағас та ошо ғәҙәтен ташламаны. Күпме ҡыйырһытылһам да, кәмһетелһәм дә, түҙергә тырыштым. Бәләкәй бала менән ҡәйнәм ҡушҡан һәм ҡушмаған бөтә эштәрҙе йүгереп йөрөп башҡарам, саҡ ҡына оҡшамаһа, ул улына ошаҡлай, ә тегеһе мине туҡмай. Бына ошондай тамуҡ шарттарында биш йыл ғүмерем үтте. Улыбыҙ тыуҙы. Был ваҡытта ҡайны-ҡәйнәмдән айырым йәшәй инек. Бәлки, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөтөм дә бар ине, әммә улай булманы. Телефондан һөйләшергә ярамай, телевизор ҡарарға ярамай, көлөргә ярамай, иларға ярамай... Ирем һыйырҙарҙы ишәйтте, һарай тулы мал-тыуар. Дөрөҫөн әйткәндә, мин шул һарайҙа, мал янында ғына нисектер рәхәтлек таба инем. Һыйыр-таналарҙы тәрбиәләйем, шулар менән һөйләшәм, әммә бер үҙемә көноҙоно шул тиклем малды ҡарау ныҡ ауыр, кискелеккә хәлдән таям, етмәһә, бәләкәй балам бар. Ҡәйнәм балалар менән генә аралаша, уларҙы йыш ҡына үҙе янына алып ҡайтып китә. Баштараҡ, ярай ял итеп ҡалырмын, тип уйлай инем, тик тиҙҙән ике баламдың да миңә ҡарашы үҙгәреүен, өләсәй хәбәрен һөйләүен һиҙә башланым. “Өләсәй әйтте... Өләсәй ҡушты... Өләсәй һине шулай тине...” Бер мәл ирем, юҡ сәбәпте бар итеп, тағы ныҡ итеп туҡманы. Ҡыҙым был ваҡытта ҡалалағы интернатҡа уҡырға ингән, ә улым ҡәйнәмдә ине. Күп ҡан юғалттым, үлермен, тип уйланым. Хәлемде күргән ҡайным, телефонымдан әсәйемде табып, шылтыратҡан. Икенсе көнө полиция менән килеп, улым менән икебеҙҙе алып ҡайтып китте. Машинала барғанымда әйләнгән һайын артыма ҡарайым, ирем баҫтырып киләлер кеүек тойола. Бына шулай, 15 йыл ҡурҡыу, кәмһетелеү кисереп йәшәп, ниһайәт, ҡотолдом. Суд аша иремдән айырылдым. Яңы тормош башлау еңел булманы, сөнки тейешле белемем дә, һөнәрем дә юҡ ине, хатта кешеләр менән аралаша белмәйем. Шулай ҙа урамда емеш-еләк һатыусы булып эш башланым. Ирем балаһын күреү һылтауы менән гел килә, шунда ла мине ҡыйырһытырға, эт ашамаҫ һүҙҙәр менән кәмһетергә өлгөрә. Үҫмер ҡорона етеп барған улым да күберәк атаһының, өләсәһенең һүҙен һөйләне, "ауылға ҡайтҡым килә”, тине лә торҙо. Төрлөсә уйлағандан һуң, шулай барыбыҙ өсөн дә яҡшыраҡ булыр тип, улыма атаһы менән ауылда йәшәргә рөхсәт иттем. Был ҡарарҙы ҡабул итеү еңел булманы, әммә башҡаса сара юҡ ине. Ике йыл самаһы ваҡыт үтте. Мин дә бер аҙ тынысландым, кеше араһында үҙемде тоторға өйрәндем, яңы кейемдәр һатып алдым. Бер мәл эш урыныма ҡәйнәм килеп инде. Ҡайным ныҡ ауырый икән, яман шеш диагнозы ҡуйғандар. Был мәлгә ҡәйнәм мал-тыуарҙы ишәйтеп, ерҙе ҙурайтып, улдары менән фермер хужалығы асҡан ине. Ҡайныңды ҡарарға кеше кәрәк, ҡайт инде, тип инәлде. “Уйлармын”, – тип тороп ҡалдым. Уның артынса, күп тә тормай, балалар килде: “Әсәй, ҡайт, элеккесә бергә йәшәрбеҙ”, – тиҙәр. Уларҙың һүҙен кире ҡаға алмай, миңә ярайһы уҡ һәйбәт мөнәсәбәттә булған ҡайнымды йәлләп, барырға булдым. Ҡәйнәм менән иремә, миңә элеккесә мөнәсәбәт булмаясаҡ, тигән шарт ҡуйҙым. Ризалаштылар. Ҡайным дүрт ай самаһы йәшәне. Түшәктә ятҡан кешене матур итеп ҡарарға тырыштым, йорт тирәһендәге эштәрҙә лә ярҙамлаштым. Ҡәйнәм менән бергә йәшәнем, балалар ҙа эргәмдә булды, ә ирем икенсегә өйләнгән, улар айырым тора ине. Ҡайным мәрхүм булғандан һуң балаларҙы ташлап ҡайтып китә алманым. “Хужалыҡ ҙур, эшсе ҡул артыҡ түгел, йәшәйек әйҙә бергә”, – тине ҡәйнәм дә. Бер мәл улым телефонымдағы хәбәрләшеүҙәрҙе атаһына уҡытҡан. Ә мин бергә эшләгән ир менән хәбәрләшкәйнем. Ошо яҙмалар тәүге ирем ҡулына эләккәс, ул быны әсәһенә, туғандарына һөйләгән, күрһәткән. Һөҙөмтәлә мин улар алдында донъялағы иң аҙғын, иң әшәке ҡатын рәүешендә ҡалдым. Дүрт ай буйы “килен” тип кенә торған ҡәйнә лә, туғандар ҙа, хатта балалар ҙа йөҙ борҙо. Ә бит сирле ҡайныны ҡарағанда улар өсөн минән дә һәйбәт кеше юҡ ине. Күптән икенсегә өйләнеп, айырым йәшәп ятҡан элекке ирем әсәһе, балалар алдында ныҡ итеп туҡманы. Икенсе көнө, хәлем яҡшырмағас, ауыл фельдшерына барҙым. Ул райондан “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, мине дауаханаға оҙатты. Хәлем бик ауыр ине, хатта бер нисә тапҡыр аңымды ла юғалтҡанмын. Мин дауаханала ятҡанда полиция хеҙмәткәрҙәре барып, иремдән һорау алған, әммә мин был ауыл, ундағы “туғандар” менән араны тулыһынса өҙөргә хәл иткәйнем инде, шуға күрә бер ниндәй дәғүәм юҡ, тип белдерҙем. Башҡа улар яғына әйләнеп тә ҡараманым. Ҡалала тормошто яңынан яйлап китеү тағы еңел булманы, элекке эшемә алманылар. Әсәйем “ауылға һине мин ебәрмәнем”, тип кенә ҡуйҙы, шулай ҙа үҙе янында йәшәргә рөхсәт итте. Күңелемә ныҡ ҡыйын ине, үҙемде был тормошта бер кемгә кәрәкмәгән кеше итеп тойҙом. “Бөтә бәхетһеҙлектәремдә кем ғәйепле? Үҙемме?” – тип уйландым. Шулай ҙа эшкә төштөм. Ошондай ауыр, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп йәшәгән осоромда бер кешене осраттым. Миңә уны Аллаһы Тәғәлә үҙе ебәргәндер, тип уйлайым, бөгөн дә шуның өсөн рәхмәттәр уҡыйым. Никах уҡытып, ғаилә ҡорҙоҡ. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда тәүге ирем улыбыҙҙы алып килеп ҡалдырып китте. Тыңламай, тәртипһеҙ, ти. Атаһын тыңламағанды, мине ҡайҙан һанлаһын, ти инде, өс көн торҙо ла, ауылға барам, тип сығып китте. Тәүге ирем шылтыратып та, башҡа юлдар менән дә мине баланы ташлауҙа, ҡарамауҙа, насар әсәй булыуҙа ғәйепләй, һаман кәмһетә. Иремде был ҡаланан күсәйек, тип күндерҙем. 300 саҡрымдағы ҙурыраҡ ҡалаға күстек, йорт төҙөй башланыҡ. Игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Бәхетлемен. Әммә барыбер тәүге ғаиләм тынғылыҡ бирмәй. Судҡа биреп, улым өсөн алимент түләргә ҡуштылар. Ризалаштым. Әммә улар бының менән риза түгел, аҙ, тиҙәр. Күпме тейешмен, шуны түләйем. Ә бит ул ғаиләнән бер нимә лә, хатта һүренте еп тә алманым, ә улар мине әле булһа тыныслыҡта ҡалдырмай. Эйе, фәрештә түгелмен, тәүге иремдән тыуған балаларымдың мине хөрмәт итмәүендә үҙемдең дә ғәйебем бар, әлбиттә. Әммә минең дә кешесә, тыныс, бәхетле тормошта йәшәргә хаҡым барҙыр бит? Венера, 38 йәш”. Фото: primeta24.ru

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц