Бәләбәйҙә бик матур итеп башҡорт гимназияһы эшләүе тураһында электән ишетеп белһәм дә, бығаса барып күрергә юл төшмәне. Бөгөн эш сәфәре менән Бәләбәй яҡтарына юлланғанда төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе ошо уҡыу йорто менән дә танышыу ине. Дилбәр Фәтхетдинова етәкселек иткән гимназияла 900-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Башҡорт гимназияһының ғорурланып һөйләрлек ҡаҙаныштары аҙ түгел. Гимназистар араһында мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларының йомғаҡлау этабында еңеүҙәр яулауы, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа алдынғы урындар биләүе, үҙҙәренең телестудияһы эшләүе, гәзит сығарыуҙары, һәр яҡлап өлгөлө булған уҡыусыларҙан Шайморатовсылар класы ойошторолоуы, гимназияның, ошо төбәктең тарихын сағылдырған музей булдырылыуы, ҡыштан уҡ үрсетмәләр үҫтереп, мәктәп алды участкаһынан матур уңыш йыйыуҙары, уны үҙҙәренә генә ҡулланып ҡалмай, йәрминкәләрҙә һатыуҙары һәм башҡа бик күп уңыштары аша был уҡыу йортонда тормоштоң ҡайнап тороуын күрҙек. Иң ҙур баһа – әлбиттә, уҡыусыларҙың гимназияны яратыуҙар
Белем усағының йәш быуынды йәлеп итә алыу сере ниҙә?
19 апреля 202319 апр 2023
1
1 мин