Еңеү һалдатының һүҙе Хөрмәтле балалар! Илебеҙ тотҡаһы булған һәм буласаҡ ысын ир-егеттәр! Бөгөн мин - “үлеп терелгән һалдат” - һеҙҙең барығыҙға ла мөрәжәғәт итәм. Эйе, миңә Бөйөк Ватан һуғышын кисерергә, фашистар менән йөҙгә-йөҙ килеп алышырға тура килде. Еңеү һалдаты булыуыма сикһеҙ ғорурланам. Гитлер беҙҙең илгә һөжүм иткәндән алып, тыл эшенә егелдем. Һәм 15 йәшлек үҫмер көн-төн һуғышҡа китеү тураһында хыялландым. Ул ваҡытта хатта балалар ҙа фашистарға ҡаршы һуғышырға атлыға ине. “Барып шуларҙы дөмөктөрөп ҡайтырға ине! Һәләк булған ағайҙар өсөн үс алырға! Кәрәктәрен бирергә!” - тигән дыуамал уй баштан китмәне. Ниһайәт, минең дә ваҡытым килеп етеп, үҙ теләгем менән 17 йәшемдә һуғышҡа алындым. Тәүҙә Алкинда хәрби күнекмәләр үттем, унан кесе командирҙар курсына уҡырға йүнәлттеләр. Яуға 1944 йылдың ноябрендә 359-сы уҡсылар һәм 395-се пехота дивизияһының 6-сы армияһының Беренсе Украина фронты составында индем. Көнбайыш Украина, Польша ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаштым. Эйе, хәҙерге ваҡытта
Язалап үлтерелгән балалар, ҡарттар әле лә күҙ алдымда...
19 апреля 202319 апр 2023
1
2 мин