Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҫҡа ваҡытта күп эштәр башҡарыуға өлгәшкән

“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Архангел районының Абҙан ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Айнур Хәсәнов та бар. Айнур Миңлислам улы Хәсәнов Архангел районының Абҙан ауылында тыуып үҫкән. Ул 2019 йылдан Абҙан ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы булып эшләй. Ошо эшләгән осоронда үҙен дисциплиналы, башҡарыусан, яуаплы, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле, компетентлы һәм коммуникабель хеҙмәткәр булараҡ күрһәтә. Аралашыуҙа иғтибарлы, һәр эште ойоштора белә, кәрәкле кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра һәм хеҙмәттәшлеккә йәлеп итә ала, оператив рәүештә пландан тыш эштәрҙе хәл итеү һәм башҡарыу һәләтенә эйә. Етәксе эш көнө оперативканан башлана, аҙна һайын учреждение етәкселәре менән кәңәшмә үткәрә. Даими рәүештә ауыл учреждениеларына йөрөй, халыҡ һәм ауыл старосталары, күп балалы һәм имен булмаған ғаиләләр менән осраша. Ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы менән берлектә даими иҫкәртеү эштәре алып барыла. Яҙғы-көҙгө ваҡытта бөтә ауылдарҙа ла граждандар йыйылыштары үткәрелә, унда мал көтөү, янғынға ҡаршы иҫкәртеү, төҙөкләндереү мәсьәләләре, шулай уҡ ауылдың көнүҙәк проблемалары тикшерелә. Айнур Миңлислам улы төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә ҙур иғтибар бирә. Ауыл биләмәһе халҡы көсө менән Абҙан, Үрге Ырныҡшы һәм Ҡыҙылъяр ауылдары зыяраттары кәртәләнгән. Болон урамына юл һалғандар, ауылдар урамдарын ремонтлағандар. Ул эшләгән осорҙа пляж асылған. Шулай уҡ ҡыҙыл кирбестән мемориаль комплекс төҙөлә, мәктәп алдында светофор һәм бордюр ҡойма ҡуйыла. Ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһендә балалар майҙансығы төҙөлгән, унда ауылдың битараф булмаған кешеләре ярҙамлашҡан. Шулай уҡ был осорҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнер майҙансыҡтары булдырылған. Әле модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башланған. Газ үткәреү буйынса эштәр алып барыла. Ауыл билмәһе хакимиәте йыл һайын Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнаша һәм еңеү яулайҙар. Уның буйынса “МТЗ-82.1” тракторы, тағылма инвентарь һәм трактор өсөн аҫылмалы ҡорамалдар һатып алғандар. Быйыл зыяраттарҙы кәртәләү проектын конкурсҡа тапшырғандар. Өс йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында беренсе урындарҙы яулай. Шулай уҡ 150000 һумлыҡ сертификаттар алыуға өлгәшкәндәр. Айнур Хәсәнов “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының XII съезында диплом менән бүләкләнгән, “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәһенең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” номинацияһында III урын яулаған. Абҙан ауыл биләмәһе хакимиәте “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы” смотр-конкурстың беренсе муниципаль этабында 1-се урын алған. Шулай уҡ ауыл биләмәһендә “Атайсал” проекты ла уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Ғөмүмән, Айнур Миңлислам улы ең һыҙғанып, дәртләнеп эшләй. Уңыштар теләйбеҙ. Фото: Айнур Хәсәновтың шәхси архивынан.