Бөгөн Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы көнөндә республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзитенең алыштырғыһыҙ яуаплы секретары Миңзифа Абрар ҡыҙы Илтенбаева ла бар. 40 йыл ғүмерен республиканың башҡортса төп баҫмаһына арнаған хеҙмәттәшебеҙ “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Миңзифа Абрар ҡыҙы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған һәм шул уҡ йылда “Совет Башҡортостаны” (хәҙер — “Башҡортостан”) гәзитендә эшләй башлаған: корректор, тәржемәсе, баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе, бүлек мөдире була. 2002 йылдан “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. – Был награда — "Башҡортостан" гәзитенең республикабыҙ мәнфәғәтендә, уның именле