Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Радикал” ярҙамға килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһы “Радикал” гамма-детекторлау ҡорамалы алды. Был заманса аппарат организмдағы “һаҡсы” лимфа төйөндәрен эҙләү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн файҙаланыла. Ябай тел менән әйткәндә, яман шеш күҙәнәктәренән лимфаны беренсе булып ҡабул итә был “һаҡсы” төйөндәр. – Бөгөн “һаҡсы” лимфа төйөндәрен өйрәнеп, беҙ яман шештең организмда ниндәй кимәлдә таралыуы тураһында мәғлүмәт алабыҙ. Бындай тикшереү яман шеш күҙәнәктәренең таралыу дәрәжәһен яҡшыраҡ аңларға һәм дауалау тактикаһын билдәләргә ярҙам итә, – ти дауахананың баш табибы Андрей Палтусов. Һуңғы өс йылда үрҙә әйтелгән программа һәм проекттар ярҙамында яман шеш менән сирләү осраҡтары 18,4 процентҡа кәмене.Шулай уҡ был сирҙән үлем күрһәткесе лә 9,5 процентҡа түбәнәйҙе. Былтыр онкология сиренә күбеһенсә 55-79 йәшлектәр (70,1 процент) дусар булды. Айырыуса күкрәк биҙе,

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһы “Радикал” гамма-детекторлау ҡорамалы алды. Был заманса аппарат организмдағы “һаҡсы” лимфа төйөндәрен эҙләү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн файҙаланыла. Ябай тел менән әйткәндә, яман шеш күҙәнәктәренән лимфаны беренсе булып ҡабул итә был “һаҡсы” төйөндәр. – Бөгөн “һаҡсы” лимфа төйөндәрен өйрәнеп, беҙ яман шештең организмда ниндәй кимәлдә таралыуы тураһында мәғлүмәт алабыҙ. Бындай тикшереү яман шеш күҙәнәктәренең таралыу дәрәжәһен яҡшыраҡ аңларға һәм дауалау тактикаһын билдәләргә ярҙам итә, – ти дауахананың баш табибы Андрей Палтусов. Һуңғы өс йылда үрҙә әйтелгән программа һәм проекттар ярҙамында яман шеш менән сирләү осраҡтары 18,4 процентҡа кәмене.Шулай уҡ был сирҙән үлем күрһәткесе лә 9,5 процентҡа түбәнәйҙе. Былтыр онкология сиренә күбеһенсә 55-79 йәшлектәр (70,1 процент) дусар булды. Айырыуса күкрәк биҙе, тире, үпкә, ашҡаҙан шештәре киң таралған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.