“Хәҙер заманса ҡорамал ярҙамында “бер төймә”гә баҫып ҡына яҡшы сифатлы һүрәт алыу мөмкинлеге бар, – тине Шишмә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Ғәлимов.– Һөҙөмтәлә күберәк пациенттарҙы ҡабул итәсәкбеҙ, сирҙәрҙе иртәрәк асыҡлаясаҡбыҙ, тимәк, медицина ярҙамы ла ваҡытында күрһәтеләсәк”. Һүҙ бында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, Шишмә үҙәк район дауаханаһында файҙаланыуға ташырылған “Ренекс-Ф-5000” флюорография аппараты хаҡында бара. Уның хаҡы –9 300 000 һум. Һанлы флюорография аппараты күкрәк ситлеген төрлө проекцияла төшөрөп, туберкулез, онкология һәм башҡа үпкә сирҙәрен иртә асыҡларға ярҙам итә. Өҫтәүенә ул аҙ нур көсөргәнеше менән аныҡ һүрәт алырға булыша. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.