Дүртөйлө ҡалаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә барған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы осрашыуҙа эшҡыуар батут аренаһын асыу буйынса бизнес-идея менән мөрәжәғәт иткән. “Бөгөн батут ареналары – төрлө йәштәге кешеләр өсөн популяр күңел асыу төрө. Балалар өсөн – был тупланған энергияны һибеү, смартфондарҙан һәм компьютерҙарҙан арыныу мөмкинлеге, өлкәндәр өсөн – ул бөтә ғаилә менән ял итеү, дуҫтар һәм хеҙмәттәштәр менән осрашыу өсөн бик яҡшы урын. Әүҙем ял физик үҫешкә булышлыҡ итә һәм мускулдарҙың төрлө төркөмдәренә ыңғай тәьҫир итә”, – тип һөйләгән проекттың инициаторы. Уның һүҙҙәренсә, был заманса майҙансыҡ буласаҡ, ул йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡатнашыусыға батут үҙәге өсөн ер участкаһы кәрәк. Осрашыу йомғаҡтары буйынса белгестәр ошондай үҙәкте урынлаштырыу өсөн бер нисә вариант тәҡдим итте. Дүртөйлө хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләге булған, ләкин нимәнән башларға белмәгәндәрҙе “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә саҡыралар. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары аша алырға йәки ғаризағыҙҙы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ теркәргә мөмкин. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.