Бер тетрәндергес ваҡиғаһы ныҡ иҫемдә ҡалған. “Ырҙынға эшкә йөрөй инек, – тип башланы әбей һүҙен. – Аслыҡ ваҡыт бер генә ус иген дә алырға ярамай, әгәр ҙә кеҫәнән тапһалар төрмәгә ебәрәләр...” Шулай бер ваҡыт ырҙында алъяпҡысҡа төрөлгән бойҙай табалар һәм алъяпҡыстың хужаһын да белеп ҡалалар: Гөлйемеш исемле бер ҡатындың алъяпҡысы була ул. Гөлйемештең береһенән береһе бәләкәй биш балаһы була. Уларҙы аслыҡтан һаҡлап ҡалам тип йәшереп ҡуйылған бойҙайы була. Балалар хаҡын да уйлап тормайынса, барлыҡ халыҡ йыйылып ауыл клубында хөкөм сығарырға була. “Гөлйемешкә ҡайҙан, ҡасан тигән һорауҙар яуҙы. Уҫал ҡарашлы ирҙәр, иң алғы рәттә ултыралар ине. Ирендәре ҡалтырап, күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аҡты. Ул көс-хәл менән мин алъяпҡысымды юғалтҡайным тип әйтә алды. Ә кем дөрөҫләй ала тип ҡысҡырыша башланылар. Зөлфиә тигән ҡатын тип яуапланы Гөлйемеш”, – тип дауам итте һүҙен Зөлфиә инәй. Артабан ҡатындың яҙмышында хәл иткес роль уйнай ул. “Минең артымдан бер бәләкәй генә малайҙы ебәргәндәр,