Быға тиклем Булаттың балтаһы һыуға төшкәндәй бойоҡ йөрөгәнен күргәнебеҙ юҡ ине. Бөгөн ул бигерәк кәйефһеҙ. Хеҙмәттәштәребеҙ араһынан тәтелдәк Ләлә сыҙай алмай һорап ҡуйҙы: “Нимә булды һиңә, Булат? Берәй әйбереңде юғалттыңмы әллә?” “Эйе, юғалттым шул. Бына тигән ғаиләмдән ҡолаҡ ҡаҡтым...” – булды яуап. Күптән түгел фирмаға эшкә килгән программист ирҙең, баҡтиһәң, быға тиклем ғаиләһе булған икән. “Һил, тыныс ҡына барған тормошомдоң ҡәҙерен белмәгәнмен. Романтика, һөйөү кәрәк, имеш. Ә бит ысын бәхет эргәмдә булған... – тип бәйән итте Булат. – Элекке эш урыныма бухгалтер Руфина килгәс, башыма тай типтеме ни, башкөллө ғашиҡ булдым. Ул да миңә битараф түгел ине. Их, шунда уның ниндәй икәнлегенә иғтибар ҙа бирмәгәнмен. Минән бала көткәнен белгәс, ғаиләмдән сыҡтым да киттем”. Тик бына йәш кәләш Булатты һанға һуҡмай икән. Беренсе ҡатыны Зәлиә иһә ғаиләнең тыныс тормошон тәьмин иткән: ауырлыҡ килтермәйенсә, ҡыҙын да яҡшы тәрбиәләгән, өйөн дә тәртиптә тотҡан, эшендә лә тырыш булған