- Хазина, боронғо ҡорал, мәжүсиҙәрҙең беренсе инаныуҙарына бәйле экспонаттар яңыртыла. Уларҙың күбеһе - республиканың төрлө төбәктәренән халыҡтан йыйылған осраҡлы табылдыҡтар. Фондтағы тәүге тулы археологик обьекттар тупланмаһы булып “Ҡуғанаҡ хазинаһы” тора, экскурсияға килгәндәргә ҡиммәтле, иҫтәлекле әйберҙәр күрһәтә алыу мөмкинлегенә шатбыҙ”, - тине Башҡортостан Республикаһы Милли музей директоры урынбаҫары Азамат Аҡьюлов. 1869 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровский ауылы янында бронзанан эшләнгән археологик объекттар коллекцияһы табыла. Ул Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы Ҡуғанаҡ янында табылғас, коллекция исемен ерлеккә бәйләргә булғандар. Күргәҙмә хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, бронзанан эшләнгән көҙгө, һөңгө, шаман плитәләре культ урынының ритуаль обьекттары булыуы мөмкин. Археологик экспонаттар урында йәшәгән халыҡтың боронғо үткәне менән таныштырасаҡ, экскурсияға килгәндәрҙең белем даирәһен киңәйтәсәк. Археологик асыштарға арналған күргәҙмә йыл аҙағына тиклем эшләй. Әҡлимә ИМАМОВА. Фото музей архивынан.